Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 18:00

Сит ил гражданы менән никахты ЗАГС теркәмәҫкә мөмкин

“Гражданлыҡ хәле акттары тураһында” 143-сө Федераль законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Сит ил гражданы менән никахты ЗАГС теркәмәҫкә мөмкин
Сит ил гражданы менән никахты ЗАГС теркәмәҫкә мөмкин

“Гражданлыҡ хәле акттары тураһында” 143-сө Федераль законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Әгәр никахҡа инеүселәрҙең береһе сит ил гражданы йәки гражданлығы булмаған кеше булһа, ЗАГС органдары улар тураһында мәғлүмәттең Контролдә тотолған кешеләр реестрына индерелмәүен тикшерәсәк.

Әгәр потенциаль кейәү йәки кәләш тураһында мәғлүмәттең Контролдә тотолған кешеләр реестрына индерелеүе асыҡланһа, уларға никахты теркәүҙән баш тартыласаҡ, тип хәбәр ителә үҙгәрештә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Контролдә тотолған кешеләр реестрына законға ярашһыҙ нигеҙһеҙ Рәсәй Федерацияһында булған сит ил граждандары тураһында мәғлүмәт индерелә.

Фото һәм мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-02-05/v-bashkirii-inostrantsam-budut-otkazyvat-v-registratsii-brakov-4109787

Автор:
Читайте нас: