Йәмғиәт
Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө 3 майҙа уҙасаҡӨйрәнсектән һөнәрсегә тиклем юл үткәнҠондоҙ ҡунаҡҡа килгәнӨфөгә – яңы статусВ Башкирии прошло совещание по вопросам проведения весеннего призыва Кем ришүәт алған бит!Һөйләшеү ҙә дарыу икән...Башҡортостанда телевизорҙар ваҡытлыса күрһәтмәйәсәк«Яңы заман өсөн көслө идеялар» бишенсе форумына ғаризалар ҡабул ителәВуз-ара кампуста эшҡыуарҙар грант төҙөүҙе өйрәндеКүп функциялы үҙәктәр уҙған йылда 7 миллион 300-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткәнБашҡортостандың фәнни һәм туристик объекттары буйлап экскурсиялар миҙгеле асылды«Госуслуги Дом» ҡушымтаһы шәхси йорттарға ла эшләйБеҙҙекеләр «Беҙҙекеләрҙе бел» конкурсында үҙҙәрен күрһәтә аласаҡ«Яңы заман өсөн көслө идеялар-2025» форумыДан старт первому этапу антинаркотической акцииАлыҫ араға йөрөүсе поездарҙа үҫмерҙәр ташлама менән йөрөй аласаҡМәғрифәтселек эшмәкәрлегенең өҫтөнлөктәре билдәләндеЛегаль булмаған алкоголь һатыусылар тураһында хәбәр ит!Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрелде
Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
2 Апрель , 13:00

ВК уҡыусыларға кибермутлашыусыларҙан һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк

Бөтә Рәсәй “Һанлы ликбез” белем биреү проектының яңы миҙгелендә ВК I - XI класс уҡыусыларына компания сервистарында ниндәй технологиялар мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүе һәм үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек интернет мутлашыусыларынан яҡларға икәнлеге тураһында һөйләйәсәк. ВК уҡыусыларға оло быуынды кибермутлашыусыларҙан һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк

Бөтә Рәсәй “Һанлы ликбез” белем биреү проектының яңы миҙгелендә ВК I - XI класс уҡыусыларына компания сервистарында ниндәй технологиялар мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүе һәм үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек интернет мутлашыусыларынан яҡларға икәнлеге тураһында һөйләйәсәк.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм Һанлы үҫеш, бәйләнештәр һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары ярҙамында VК һәм “Һанлы иҡтисад” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Бөтә Рәсәй “Һанлы ликбез” мәғариф проектының һанлы грамоталылыҡ һәм кибер хәүефһеҙлек өлкәһендәге яңы миҙгелен башлай. Проект интерактив форматта уҡыусыларға селтәрҙәге төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк. Материалдар сайтта бар.

Быйыл ВК уҡыусыларҙы мәғлүмәт хәүефһеҙлеге технологиялары менән таныштыра, шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәрен интернеттағы мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында кәңәштәре менән уртаҡлаша. Яңы видеояҙмаларҙа Нижнефорельск ҡалаһынан блогер Антон Корюшкин уҡыусыларға социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе алгоритмдарҙың нисек ҡоролоуы, шәхси аккаунттарҙы һаҡлауҙы ниндәй ысулдар менән нығытыу һәм селтәрҙә кибермутлашыусы менән аралашыуҙы ниндәй билдәләр буйынса аңлау тураһында һөйләйәсәк.

ВК-ның мәғлүмәт хүефһеҙлеге буйынса эксперттары методик материалдар, шулай уҡ мәктәптә дәрестәрҙә ҡулланыр өсөн өйрәтеүсе роликтар әҙерләгән. Материалдар төрлө йәштәге уҡыусылар – I - IV, V - VII, IX -XI кластар өсөн яраҡлаштырылған. Шулай уҡ проектҡа ярашлы ВК бөтә теләгәндәргә Fortnite онлайн уйынында махсус уйын режимы индерәсәк. Интернет ҡулланыусылар мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм уны тәьмин иткән технологиялар тураһында төплөрәк хәбәрҙар буласаҡ.

Белешмә

2024 йылда “Һанлы ликбез” проектына ярашлы үткәрелгән ВК-ның дәрестәрен ил буйынса 500 меңдән ашыу уҡыусы ҡараған. “Һанлы ликбез” проекты “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектына, шулай уҡ ”Технологик лидерлыҡ” милли маҡсатына ярҙам итеү ниәтендә тормошҡа ашырыла. ВК шулай уҡ  “ВК хәүефһеҙлек үҙәге”н үҫтерә.

Унда:

 - VК ID аккаунтын һаҡлау ҡарарҙарын

 – “паролһеҙ инеү” технологияларын,

- мутлашыусыларҙың стратегияларын һәм ВК-ның уларға ҡаршы көрәш саралары

тураһында белергә мөмкин.

Бүлектә төрлө йәштәге аудиториялар өсөн хәүефһеҙлек буйынса эксперттарҙың лекциялары бар, шул иҫәптән киберграмоталылыҡ нигеҙҙәре буйынса белем кимәлен баһалау өсөн дә. Үҙәк актуаль материалдар һәм тәҡдимдәр менән тулыландырыла.

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-04-01/vk-u-yusylar-a-kibermutlashyusylar-an-a-lau-a-i-l-re-tura-ynda-yl-y-s-k-4179954

Автор:
Читайте нас: