Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2025, 10:00

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеүсе кешеләр Хәҙерге донъяла дәреслектәр һәм китаптар уҡып ҡына үҙләштереп булмай торған һөнәрҙәр бар. Социаль эш – шундайҙарҙың береһе. Ул һөнәри белем генә түгел, ә  кеше хәленә керә белеү, тыңлай һәм аңлай белеү һәләтен дә талап итә.

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Быйыл ун йыллығын билдәләүсе «Изгелектең сиге юҡ» Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» ойошмаһында 78 социаль хеҙмәткәр эшләй, улар көндә Бәләбәй, Йәрмәкәй райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында 1 350-нән ашыу оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы хәстәрләй.  

Күптәренең күп йыллыҡ эш тәжрибәһе бар. Надежда Варенцова (Өҫән-Ивановка ауылы) һәм Ризида Ғәбдрәхимова (Приют ҡасабаһы) был һөнәргә 30 йылдан ашыу ғүмерҙәрен бағышлағандар! Ира Романова (Сосновый Бор), Людмила һәм Наталья Сергеевалар (Приют), Светлана Маракулина (Баженов ауылы), Елена Латыпова (Знаменка) – 20 йылдан ашыу. Был кешеләр ҙур тормош тәжрибәһенә һәм күңел йылыһына эйә.
Марина Байтимерова, Оксана Баҡыева, Лилиә Шәмсетдинова һәм Светлана Семенова (Бәләбәй ҡалаһы), Татьяна Пыжьянова һәм Наталья Шаһапова (Өҫән-Ивановка), Рәмилә Харрасова (Мәтәүбаш) был өлкәлә 15 йылдан ашыу эшләйҙәр. Лия Кирьянова һәм Татьяна Батталова (Бәләбәй), Альбина Макарова (Ключевка, Гусаркин ауылдары), Нәсимә Аверьянова (Баженов), Татьяна Шаймарҙанова (Аҡҡайын), Руфина Петрова (Яңы Семенкин), Оксана Гордеева (Үрге Сыбыҡаран), Светлана Хамкова (Веровка), Регина Арыҫланова (Мәтәүбаш) ун йылдан артыҡ ошо эштәләр. Был профессионалдар һөнәрҙәрен исемдәр алыр һәм карьера үҫеше өсөн һайламауҙарын, ә үҙ эштәрен яратыуҙарын, унан башҡа тора алмағандарын иҫбатлағандар. Регина Пименова һәм Татьяна Жаринова (Бәләбәй), Ирина Павлова һәм Ольга Сергеева (Приют), Светлана Ванюшина (Өҫән-Ивановка), Лариса Дмитриева (Аделькин), Надежда Максимова (М. Горький исемендәге усадьба ауылы, Шаровка), Мария Никитина (Ермолкин), Альвина Сәлихова (Яңы Һарай), Алена Аверьянова (Баймырҙа) социаль өлкәлә икенән биш йылға тиклем эшләйҙәр. Был йәш белгестәр үҙҙәре ҡараған кешеләрҙең ышанысын яулап өлгөргәндәр инде, ысын дуҫтары булғандар.
Яңы ғына эшкә кергәндәр ҙә бар – улар Роза Харрасова (Бәләбәй), Фәриҙә Байрамова (Аксаков), Елена Котова (Малиновка, Скобелевка). Улар һәр саҡ ярҙамға ашыға, кешеләрҙең тормоштарын еңеләйтергә тырыша.
Социаль хеҙмәткәр эше – аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу ғына түгел ул. Ә көндәлек хәстәрлек, ашарға әҙерләү, йыйыштырыу, йөрөп килергә сығарыу йә медицина учреждениеһына алып барыу ҙа улар иңендә.  Соцхеҙмәткәрҙәр урында ятҡандарҙы ла тәрбиәләй, оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы, актив тормош алып барырға ярҙам итеп, социаль проекттарға йәлеп итә.

Социаль хеҙмәткәр көнөндә күп кенә тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ғаиләләре ярҙамсыларына рәхмәт белдерә. «Социаль хеҙмәткәрҙәр беҙҙең яҡын кешеләребеҙгә әүерелде», – тиҙәр улар. Был һүҙҙәр – көн һайын йылылыҡ өләшеп, хәстәрлек күргәндәр өсөн иң яҡшы награда.

Әгәр һеҙгә йә яҡындарығыҙға социаль хеҙмәткәр ярҙамы кәрәк булһа, консультация алырға «Изгелектең сиге юҡ» Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Войков урамы, 105-се йорт. Тел.: 8 (347 86) 5-33-30.

Регина Иванова әҙерләне. Фотолар «Изгелектең сиге юҡ» үҙәгенән

 

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Автор:
Читайте нас