Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 18:00

Уларҙың йәндәре – аҡ торналар

Йыл һайын 22 октябрҙә Рәсәйҙә Аҡ торналар көнө билдәләнә. Һуғыш яландарында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған байрамдың инициаторы булып Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов тора.  Уның шиғырына «Торналар» («Журавли») йыры һәләк булған яугирҙар һәм бөтә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә реквием булып тора.

Уларҙың йәндәре – аҡ торналар
Уларҙың йәндәре – аҡ торналар

Бәләбәй районының мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында был көндө балалар ҡатнашлығында Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә арналған төрлө саралар үткәрелә.

Аҡ ҡағыҙ торналар эшләү – иҫтәлекле көндөң мотлаҡ атрибуты. Р. Ғамзатов версияһы буйынса, яугирҙарҙың йәндәре аҡ торналарға әүерелгән…

Ватан өсөн ғүмерен биргән батыр яугирҙарҙың иҫтәлеге рәхмәтле тоҡомдарҙың йөрәгендә йәшәһен! Онотмайбыҙ!

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

Уларҙың йәндәре – аҡ торналар
Уларҙың йәндәре – аҡ торналар
Уларҙың йәндәре – аҡ торналар
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас