Үткән шәмбелә Бәләбәй ҡалаһы мосолмандары тормошонда бик әһәмиәтле, матур сара булды. Ул – дини ҡәрҙәштәребеҙҙе үҙенә тартып торған тарихи мәсеттең 120 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған «Рухилыҡ. Үҙ-ара бәйләнеш. Мираҫ» байрам мәжлесе.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, алыҫ ата-бабаларыбыҙҙың тырышлығы менән 120 йыл элек мәсет нигеҙенә беренсе таш һалынған. Шунан бирле күп һыуҙар аҡҡан, күп елдәр иҫкән, күп үҙгәрештәр менән тормош дауам иткән, әммә күпте кисергән мәсет үҙе булып ҡалған һәм быуындарҙан-быуындарға күсә килгән васыят булып ҡала бирә. Шуға күрә лә был байрамдың ойошторолоуы үҙе үк бер мәртәбә.
Мәсеттең байрамса биҙәлгән залына мәртәбәле ҡунаҡтар, дини ҡәрҙәштәр, шәкерттәр һәм уларҙың мөғәллимдәре, район ауылдары имамдары йыйылған сара моңло аҙан һәм изге доға менән башланып китте. Алып барыусының: «Беҙҙең йөрәктәребеҙ туғандашлыҡ, иман һәм диндарлык рухында бергә йыйылырға мөмкинлек биргән Барлыҡҡа килеүебеҙгә ҡыуаныс һәм рәхмәт хистәре менән тулы. Әлхәмдүлиллаһ» тигән һүҙҙәре барыһын йылы ла, рәхәт тә халәткә көйләне. Йыйылыштың бәрәкәте булһын тип, изге Ҡөръәндән сүрәләр һәм аяттар уҡылды.
Бәләбәй районы имам-мөхтәсибе, тарихи мәсеттең имам-хатибы Ғәлиев Илдар, алып барыусылар (Рита Зәйҙуллина һәм уның ҡыҙы Элина) доға йортоноң тарихына күҙәтеү яһанылар. Рәхмәт төшкөрө, мәсет яҙмышын, уның үҫеш баҫҡыстарын тарихи факттарға таянып күрһәткән фотопрезентацияны ла ҡыҙыҡһынып ҡараны мәжлестә ҡатнашҡандар.
Илдар хәҙрәт сығышында өс тапҡыр тыуыу кисергән мәсетте йәшәтеүгә көс, тырышлыҡ һалған ата-бабаларыбыҙҙы, шул иҫәптән беренсе имам – дин һәм йәмәғәт эшлеклеһе, ахун Хурамшин Ямалетдинды иҫкә алды. БР-ҙың Үҙәк дәүләт тарихи архивы документтары нигеҙендә мәсет дин тотоусы мосолмандар аҡсаһына 1905 йылда төҙөлгән. 1936 йылда мәсет ябыла, 20-се быуаттың 80-се йылдарына тиклем бында һаңғырау балалар өсөн балалар йорто, аҙаҡ ветлечебница урынлаша. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында мәсет яңынан тергеҙелә. Ә инде уның өсөнсө тапҡыр мосолмандарға ҡайтарылыуы, яңырыуы – 17 йыл элек.
Шулай итеп, бөгөнгө был мәсет иҫәп буйынса өсөнсөһө. Иң беренсе мәсет 1800 йылдарҙа уҡ булған. Ул иҫкергәс, дин тотоусыларҙың Ырымбур губернаторына үтенесе (прошение) буйынса 1864 йылда бөгөнгө мәсет биләмәһендә икенсе мәсет төҙөлгән. Шулай ҙа бөгөн эшләп килгән мәҙрәсәгә килгәндә, ул 1893 йылда төҙөлгән булған һәм унан һуң 27 йыл мәҙрәсә эшләгән. Шуның менән бергә бында, был «Тополек» балалар баҡсаһы, баштараҡ бер генә 4 класлы типовой мәктәп урынлашҡан. Шулай итеп мәҙрәсәнең дә 130 йылдан артыҡ тарихы бар.
1989 йылдан Илдар хәҙрәт Ғәлиев имам-хатип вазифаһын үтәй. Һәм әйтергә кәрәк, уның эшенән мосолмандар өммәте бик ҡәнәғәт. Нурлы йөҙлө, йомшаҡ һүҙле, зирәк аҡыллы, оҫта вәғәзсе Илдар хәҙрәт үҙе бар яҡлап ярҙам күрһәтеүсе-яҡлаусы муниципаль район хакимиәтенә, мосолман ҡәрҙәштәргә, уҡытыусылары Фәрхәт Хәмитовҡа, Нурмөхәммәт Хөсәйеновҡа (ҡыҙғанысҡа күрә, икеһе лә мәрхүм) сикһеҙ рәхмәтле.
Илдар хәҙрәт сығышында мәсеттең һәм мәҙрәсәнең бөгөнгө тормошо: мәҙрәсә, мәсет биналарында евроремонт яһалыуы, “Нурһибә” ашханаһы булдырылыуы, балаларға спорт майҙаны эшләнеүе һ.б. тураһында бәйән итте.
– Бабаларыбыҙҙың мираҫы беҙгә ҡалды, уның ҡәҙерен беләйек. Ғүмерҙе юҡҡа сарыф итмәйек, файҙалы, изге эштәргә бағышлайыҡ; һәм дини, һәм донъяуи белем алырға ынтылайыҡ. Беҙ булдырабыҙ, туғандар, – тип йомғаҡланы ул һүҙен.
Мәжлес ҡотлауҙар менән дауам итте. Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев иҫтәлекле көн менән ысын күңелдән ҡотлап, Илдар хәҙрәткә хакимиәт һәм шәхсән үҙе исеменән Ҡотлау хаты тапшырҙы, сикһеҙ рәхмәт белдерҙе. “Асылда беҙ барыбыҙ ҙа яҡшыраҡ йәшәһен өсөн бер үк эште эшләйбеҙ. Ил президентыбыҙ ҡуйған маҡсатҡа хеҙмәт итәбеҙ, халыҡ менән бергә эшләргә тейешбеҙ”, тине ул.
Хөрмәтле ҡунаҡ – Илеш һәм Баҡалы райондары имам-ахуны, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың ярҙамсыһы Рөстәм хәҙрәт Әбушахман Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Баш мөфтөй Шәйхел Ислам Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Уның Илдар хәҙрәт тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтеүе бик күңелле булды. Рөстәм хәҙрәт Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм шәхсән Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин исеменән рухи-әхлаҡи яңырыуға ҙур иғтибары, изге хеҙмәте һәм Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсете эшсәнлегенә ярҙамы өсөн Азат Сәхәбиевҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Бер төркөм мосолман ҡәрҙәштәр ҙә шундай уҡ Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Илдар хәҙрәт мәсет эшмәкәрлеген алып барыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүсе мәхәллә кешеләренә, мөғәллимдәргә шулай уҡ Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы, һәр ҡайһыһы тураһында йылы итеп әйтте.
Тарихи мәсетте олуғ байрамы менән журналист, Бәләбәй ветерандар советы ағзаһы, бөртөкләп факттар туплап, мәсет тарихы тураһында китап – ҙур хеҙмәт яҙыусы Ася Кәбирова, ошо юлдар авторы ла тәбрикләнеләр.
Мәсет шәкерттәре уҡытыусылары менән бергә бик матур программа әҙерләгәндәр ( сценарийҙың авторы Рита Зәйҙуллина). Балаларҙың рус һәм татар телдәрендә Аллаһыбыҙға, Мөхәммәт пәйғәмбәргә бағышлап шиғырҙар уҡыуы, шәкерттәр башҡарыуында “Донъя юҡтан бар булды” мөнәжәте, мәсеттә үҙеңде тотоуға бағышланған “Мәсеттә” сценкаһы, уҡытыусылары менән бергә шәкерттәрҙең ислам мәҙәниәтендә иң өлкән булған нәшидте (уны 622 йылда ансарҙар Мөхәммәт пәйғәмбәргә йырлағандар) тәҡдим итеүҙәре бик тә күркәм һәм иманды нығытыу, йөрәктәрҙе таҙартыу йәһәтенән файҙалы белем дә булды.
***
Байрамдың икенсе өлөшө мәсеттә һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Тәмле былау менән һыйланыу, һый-ниғмәт тулы өҫтәл артында ихлас аралашыу, тағын да ҡотлауҙар, бүләктәр...
Байрамға килгән йәше-ҡартының фекере бер:
Илдар хәҙрәткә, шундай ҙур байрам ойоштороусыларҙың, табын әҙерләүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Аллаһ Раббыбыҙ һәр ике донъяның бәхет-сәғәҙәтенә ирешергә насип әйләһә ине. Именлек Һеҙгә, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте һәм уның фатихаһы!
Фотолар тарихи мәсеттән.