Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар , 12:00

Шыршыны тәмле бүләккә алмаштырығыҙ

Йыл һайын «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы үҙ эшмәкәрлеге зонаһында шыршы ҡабул итеү пункттарын ойоштороусы булып тора. Махсус контейнерҙар (бункерҙар) ҡуя, унда битараф булмаған халыҡ Яңы йыл байрамдарын биҙәгән йәшел ағастарын эшкәртеүгә тапшыра.

Шыршыны тәмле бүләккә алмаштырығыҙ
Шыршыны тәмле бүләккә алмаштырығыҙ

Быйыл ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү пункттары ошо адрестар буйынса ойоштороласаҡ:

17 ғинуарҙа

Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урамы, 138;

Пролетар урамы, 70А йорто.

24 ғинуарҙа

Бәләбәй ҡалаһы, Пролетар урамы, 70 А адресы буйынса ("Азия" сауҙа үҙәге  ҡаршыһында);

Ҡыҙыл урамы, 138.

Шыршыларҙы ҡабул итеү ваҡыты – 12-нән 15-кә тиклем.

 Ылыҫлы ағас мишуранан, уйынсыҡтарҙан, гирлянданан һәм башҡа яңы йыл биҙәүестәренән таҙартылырған булырға тейеш.

Йыйылған ылыҫлы ағастарҙы төбәк операторы ваҡлап, ҡабаттан ҡулланыуға йүнәлтә. Уны ауыл хужалығында ашлама сифатында ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ тупраҡты туңыуҙан һәм ҡый үләндәренән һаҡлау өсөн ваҡ таш урынына һибәләр. Шулай уҡ уны фермер хужалыҡтарында һәм зоопарктарҙа ҡайһы бер хайуандар өсөн мал аҙығы һәм түшәк итеп ҡулланырға мөмкин.

Төбәк операторҙары хәбәр итеүенсә, «Шыршыны эшкәртеүгә» акцияһында ҡатнашыусыларға 12:00-15:00 сәғәттәрҙә татлы ризыҡтар тапшырыласаҡ!

 

Автор: Светлана Шириня
Читайте нас