Күршебеҙ Реканс ағай, был юлы ла күрешергә һонған ҡулымды ҡыҫып тотҡан килеш оҙаҡ ысҡындырмай, барыһын тәфсирләп һорай башланы.
– Иҫәнме әле, ҡустым? Хәлдәр нисек? Һуңғы арала күренгәнең дә юҡ. Эштәр барамы? Ғаилә нисек? Балалар иҫән-һауҙар?
– Шөкөр. Ә үҙегеҙ ни хәлдә?
– Собханалла, собханалла! Бына әле Римаҡайым менән магазинға китеп барам. Быйыл бит емеш-еләк ишелеп ята. Үәринйә ҡайнатырға кәрәк. Беҙҙең баҡса икәү бит. Ә-ә-ә... күп итеп алма алып ҡайтҡайныҡ. Кискә һеҙгә лә индерермен. Килаһы шунса һум...
Күршемдең һорауҙарына яуап биреп:
– Ярай, – тип хушлашып дүрт-биш аҙым атланыммы, юҡмы, ул йәнә туҡтатты:
– Ҡара әле, теге ваҡыт телевизор ҡарап ултырһам, һин һөйләп тораһың. Эй, ҡыуандым, тимәк, һин пырастуй кеше түгел. Яҙыусы икәнһең, китаптарың сыҡҡан...
– Әйҙә инде! Ошоно! Бер кеше күрһә, һағыҙаҡ кеүек йәбешә лә ҡуя. Ҡайтыуыңа емештәрең себенләй башлаһа, белерһең әле. – Реканс ағай тағы ла оҙағыраҡ торор ине, Рима апай тызыҡлай башланы.
Күршем бер-ике аҙым атланмы-юҡмы, тағы ла миңә боролдо:
– Ярай, ярай, бер иркенләп ултырырбыҙ әле. Үҙеңде бер ҡунаҡ итәһе бар...
...Әллә ҡайҙан иҫәнлек ҡушыр, тегенеһен-быныһын һорашыр, ихлас, һәр ваҡыт ауыҙы йырыҡ ерән сәсле был ағай менән яңы фатирға күсенгән көндә үк таныштыҡ. Бығаса шәхси йортта йәшәй инек. Ҡатыным әйләнгән һайын: “Мин ҡалаға тауыҡ кеүек ерҙә соҡонор өсөн килмәгәнмен. Етте, өйҙө һатабыҙ ҙа фатирға күсәбеҙ”, – тигәс, туғыҙ ҡатлы йорттан шәп фатир таптыҡ. Фатир ғына түгел, шәп күрше лә тап булды беҙгә бында. Йорт дүртмөйөш формаһында булғас, күршебеҙ балконына сығып баҫһа, беҙҙең кухня тотошлайы менән уға үтә күренеп тора.
Барлыҡ йыһаздарҙы ташып бөтөп, өҫтәл артына ултырғайныҡ ҡына, ишек шаҡынылар. Кем булыр икән?
– Аҙыраҡ ауыҙығыҙҙы самалап асһағыҙсы! – Ҡатыным асыулы ҡараны. – Был һеҙгә шастный дум түгел. Бөтә көсөгөҙгә лауылдап ултыраһығыҙсы. Күршеләр асыуланыр ҙаһа. Ана, ужы килеп тә еткәндәр.
– Шулай шул.
Бөтәбеҙ ҙә шым булдыҡ. Бығаса шәхси йортта йәшәгәс ни, асыҡ та ярыҡ өйрәнгәнбеҙ. Ҡара, килеп еткәндәр. Нимә кәрәк икән? Тыныс ҡына ултырырға ла форсат бирмәйҙәр. Ҡатыныма ла асыуланып алдым.
– Наҙайыл ауыл өйөндә йәшәп, ҡаласа йәшәге килә, тип башты ҡатыра инең! Күрҙеңме, иркенләп һөйләшергә лә ирек бирмәйҙәр.
– Хәҙер һинең шул булыр инде. Бөтә нәмәлә мине ғәйепләрһең.
Бер аҙҙан тағы шаҡынылар.
– Был әҙәм тиҙ генә китергә оҡшамаған. – Ахырҙа ишекте барып асһам, ауыҙын йырып 60 йәштәрҙәге ағай тора.
– Һаумыһығыҙ! Әллә яңы күршеләр инде? –Ул күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Эйе, эйе, бына саҡ күсенеп торабыҙ. Әллә артығыраҡ тауышландыҡмы? Ярай, асыуланмағыҙ инде.
– Ниндәй асыуланыу ти инде. Киреһенсә, бик шатмын. Тимәк, күршеләр булаһығыҙ инде. Таныш булайыҡ – Реканс. – Ағай тағы ҡулын һуҙҙы.
Беҙҙең халыҡта кергән кешене ишек төбөндә тотоу килешмәй бит – яңы күршемде табынға саҡырҙым.
– Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, беҙҙең фатирҙы күреп сығығыҙ.
– Әллә нисек һымаҡ бит әле. Ишшеү буш ҡул менән. Мин танышып ҡына сығайым тигәйнем. Ярай улай булғас.
Тәүҙә ағайға фатирҙың һәр бүлмәһен күрһәтеп сыҡтым. Һәр бүлмәгә ингән һайын ул: “беҙҙеке һымаҡ”, “былай икән”, “беҙ ошонда шуны ҡуйҙыҡ”, “ярай, бер ингәндә ҡарап сығырһың әле” тигән һымағыраҡ һүҙҙәр әйтте. Бәҙрәфтең уларҙыҡынан ҡайтышыраҡ булыуын да иҫкә төшөрҙө, стеналарҙың бик үк тигеҙ булмауы ла күҙенә ташланды. Унан табынға саҡырғайным, ихластан риза булды. Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа, танышыу хөрмәтенә бер рюмка күтәреп алғас, күрше үҙе хаҡында һөйләй башланы.
– Беҙ быға тиклем Норильскийҙа йәшәнек, биш йыл элек Башҡортостанға ҡайттыҡ. Пенсияға сыҡтыҡ. Беҙҙең пенсия шәп! Үҙем шунса алам, Римаҡайым фәлән һум ала. Етә пенсия, етә! Яңыраҡ фәлән һумға иномарка алдыҡ. Ишек алдында күргәнһегеҙҙер инде, шунса-шунса номерлы, шул беҙҙеке була. Ә был думда ундай машиналы кеше күренмәй. Беҙ Норильскийҙан ҡайтҡас, аҡса күп инде.
– Әйҙәгеҙ, тағы тотоп ҡуяйыҡ.
– Эйе шул. Әтеү һеҙҙе һүҙ менән әүрәтеп ултырам. – Ағай һүҙгә генә түгел, йотоуға ла, ашауға бик әүәҫ күренә. Өҫтәл тирәһе бушағас, тағы ла ҡатыным өҫтәп билмән һалды.
– Ҡалай билмәнең бик тәмле! Үҙегеҙ эшләгәнһегеҙҙер, моғайын. Ҡулығыҙ бик татлы икән.
– Эйе, эйе. –
Маҡтағанды кем яратмаһын! Ҡатынымдың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты.
Күршем хаҡында күпте белдек был көндө. Спортсы ла икән. Ике улы бар, өйләнгәндәр. Улары ла бик хәлле йәшәйҙәр.
Оҙаҡ ҡына ултырып ташланыҡ. Үҙемдең әсе-сөсөгә әүәҫлек булмағас, запас бөткәс, йәһәт кенә магазинға ла сығып индем. Күршебеҙ харап талантлы ла икән. Гармуныбыҙҙы күреп ҡалып, уйнап та, йырлап та алды. Инде апаруҡ ваҡыт үткәс, ағай сәғәтенә ҡарап:
– Ҡара әле, буйтым ғына ултырып ташлағанбыҙ икән. Ҡайтайым әле, Римаҡайым юғалтҡандыр, – тине. Шулай ҙа урынынан ҡуҙғалмағас, тағы рюмкаһына ҡойҙом. Ахырыһы:
– Юл аҙағына, – тинем.
Тағы ун биш минут самаһы ултырғас, яңы күршем ишеккә йүнәлде. Унан берсә минең ҡулды, берсә ҡатынымдыҡын ҡыҫып-ҡыҫып:
– Бик шәп күршеләрем булыуға ифрат шатмын. Ҡалай шәп ултырҙыҡ. Имен-аман йәшәргә яҙһын! Үҙегеҙҙе лә саҡырып бер һыйлармын әле, беҙҙең дә фатирҙы күрерһегеҙ, – тине.
Беҙҙең ҡатта биш фатир икән. Форсаттан файҙалынып, Реканс ағайҙан:
– Был күршеләр кемдәр икән? – тип ҡыҙыҡһындым. Ағай ҡулын һелтәне:
– Һис белмәйем! Ышанаһыңмы, юҡмы, биш йыл йәшәйбеҙ, ишектәренең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем. Ҡыҙыҡ ҡына күршеләр ул. Булғас, һеҙҙең кеүек булһындар ул! Тот биште! – Күршем йәнә ҡулымды ҡыҫты.
Бынан һуң да күршем менән бер нисә тапҡыр гөрләшеп ултырырға яҙҙы. Фатирға аят уҡытҡанда да күрше саҡырыу йолаһы бар икән. Унда ла ҡалдырманыҡ. Хушлашҡанда:
– Шундай шәп күршеләр булғанға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Аллаһы бойорһа, үҙегеҙҙе лә бер ҡунаҡ итербеҙ әле, – тине.
Өсөнсөһө, әллә дүртенсеһе күптән түгел булды. Хәйбуллаға бергә эшләгән дуҫым Айнурҙың туйына барғайныҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Хәйбуллалар харап йомарттар. Ҡайтҡанда күстәнәсте мулдан һалдылар. Аҡбаш мотлаҡ бит инде. Унан ҡаҙ иттәре, ҡаҙылыҡ, тағы әллә нәмәләр... Ҡайтып, күстәнәстәрҙе өҫтәлгә теҙеүгә, кемдер ишек шаҡыны. Йүгереп барып асһам, әлеге лә баяғы күршем Реканс ағай тора. Ҡулына бер килолай алмаһын да тотҡан.
– Ни хәлдәһегеҙ, күршеләр?
– Һәйбәт кенә әле.
– Бына быйыл алма харап уңған, ерҙә тәгәрәшеп яталар. Бына һеҙгә лә яңы уңыштан ауыҙ итһендәр тип индерҙем әле. – Ағай шыптырын миңә һондо. – Шунса һум.
Өҫтәл тулы һый-ниғмәт ултырғанда нисек инде шундай шәп күршене өҫтәл янына саҡырмайһың?!
– Әйҙәгеҙ туй күстәнәсен ауыҙ итегеҙ, – тип кухняға әйҙәнем.
– Туйҙан ҡайттығыҙмы? Бик шәп булған! Шундай шәп күстәнәстәрҙән баш тартыу килешмәҫ.
Был юлы ла бик күңелле ултырҙыҡ. Ихлас күршем йәштәргә бәхетле тормош теләне, яңы йыһаздар алыуы хаҡында һөйләне, беҙҙең кеүек шәп күршеләр менән йәшәүенә ҡыуанып бөтә алманы. Хушлашҡан саҡта тағы ла ҡулыбыҙҙы ҡыҫып-ҡыҫып:
– Алла бойорһа, үҙегеҙҙе лә бер һыйлармын әле, бер юлы фатирҙы ла күрерһегеҙ, – тине.
Венер Исхаҡов.