«Асылыкүл» тәбиғәт паркы һәм Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре берләштерелгән рейд үткәргән, унда законһыҙ һунар итеүсене тотҡандар. Браконьер мышы атып үлтергән.
Ваҡиға урынында ҡаргиҙәр, атыу ҡоралы һәм хайуандың түшкәһе тартып алынған.
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова һүҙҙәренсә, тәбиғәт заказнигында һунар итеүҙең бөтә төрҙәре ҡәтғи тыйыла. Хайуандарҙы уларҙың иҫәбен көйләргә кәрәк булған осраҡта ғына аталар. Бындай осраҡта саралар махсус рөхсәт буйынса ғына уҙғарыла.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев хәбәр итеүенсә, браконьерға ҙур сумманы түләргә тура киләсәк. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә һунар өсөн ҙур штраф ҡаралған. Һунарсылыҡ ресурстарына килтерелгән зыян өсөн компенсация суммаһы 400-ҙән 560 мең һумғаса тәшкил итәсәк.
Бөтә материалдар Эске эштәр министрлығына тапшырылған, полицейскийҙар тикшереү үткәрә.