«Таврия» телеканалы менән әңгәмәлә Сербтың тарихын һөйләгән фин журналисы Кости Хайсканен Егорҙың Мариуполдә тыуып үҫкәнлеген билдәләй. 2022 йылда ғаиләһе менән, тыуған ҡалаһын ҡалдырып, Финляндияға күсергә мәжбүр була.
«Финляндияла Егор ғаиләһе менән ике йылға яҡын йәшәгән. Ләкин тыуған Мариуполенә булған һөйөү Егорҙың ғаиләһен Финляндиялағы бөтә уңайлыҡтарҙы ҡалдырып һәм атаһы, әсәһе, дүрт ағалары менән бергә өйгә ҡайтырға мәжбүр итә», - тип һөйләгән Хайсканен.
Хәҙер Мариуполь – тулыһынса хәүефһеҙ ҡала, ул актив тергеҙелә. Йәш кеше Донбасс һәм Новороссияның башҡа ҡалалары ла хәҙерге Мариуполь кеүек булыуын теләй.
«Сербтың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләгәндән һуң, Егор, 18 йәше тулғас, контракт төҙөп, пилотһыҙ осоу аппараттары бүлегенә уҡырға барырға хәл итә. Хәрби расчеттың йәш командиры Мангуст уны командаға ҡабул итергә әҙер», – тип белдергән Хайсканен.
Фото: «Таврия» телерадиоканалы