Сергей Лущиц, «Теплоэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры:
– Беҙ ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә ныҡлы әҙерләндек, шуға күрә ҡаты һыуыҡтарҙа штат режимында эшләнек. Өйҙәргә, шулай уҡ социаль һәм башҡа учреждениеларға, предприятие һәм ойошмаларға йылы туҡтауһыҙ бирелде.
Тышҡы йылылыҡ селтәрҙәрендә өҙөклөктәр булманы. Йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеү режимына ҡулланыусыларҙан ялыуҙар килмәне.
Сергей Агашков, «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Бәләбәй электр селтәрҙәре» производство бүлегенең баш инженеры - директор урынбаҫары:
– Аномаль һыуыҡтар республиканың энергетика системаһы эшенә үҙгәрештәр индерҙе. «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объекттарында «Һыуыҡ» режимы индерелде. Уның сиктәрендә республиканың алты районын хеҙмәтләндергән «БЭС» етештереү бүлегендә бөтә планға ярашлы эштәр туҡтатылды, дежур сменалар көсәйтелде, махсус техника һәм персонал ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда оператив эш итергә әҙерләнде.
Бәләбәй районында юғары көсөргәнешле авариялар теркәлмәне.
Алексей Травницкий, «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры:
– Ғинуарҙағы һыуыҡтарҙа беҙ хеҙмәтләндергән селтәрҙәрҙә электр энергияһын һүндереүҙәр булманы. Күсмә бригадалар электр энергияһы биреү менән бәйле һәр төрлө хәлдәргә тиҙ арала иғтибар итеү өсөн тулыһынса әҙер.
Предприятиела штаттан тыш хәлдәрҙе ваҡытында бөтөрөү өсөн бөтә кәрәкле ресурстар бар.
Галина Хөснөтдинова, «Минең ҡалам» идара итеү компанияһы директоры:
– Һыуыҡ көндәрҙә йылытыу системаһында баҫымдың һәм температураның күтәрелеүенә бәйле фатирҙарҙағы яраҡлылыҡ ваҡыты үткән йылылыҡ батареялары сафтан сыға.
Көн һайын компанияның диспетчер хеҙмәтенә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән ошо сәбәп буйынса ике-өс шылтыратыу килә. Белгестәребеҙ фатирҙарҙағы йылытыу радиторҙарында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тиҙ арала сыға.
Фотоларҙа: Приют ҡасабаһында «Теплоэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡаҙанлыҡ мастеры Земфира Кирпичникова һәм оператор Елена Карымова