Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге - үҙенсәлекле комплекс. Республика халҡы менән төҙөлгән кире бәйләнешкә комплекслы ҡараш бик шатландырҙы. Бөтә йүнәлештәр буйынса проблемаларҙы етди эшкәртеү һиҙелә. Селтәр компаниялары менән үҙ-ара эш итеү төҙөлгән, был ҙур төбәктең йылылҡ, һыу менән тәьмин итеү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле бөтә мәсьәләләрен оператив хәл итергә мөмкинлек бирә. Көн һайын халыҡты борсоған көнкүреш мәсьәләләре тикшерелә. Был Башҡортостан халҡының тормошон сифатлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, ә иң мөһиме – уңайлыраҡ итте, тип ышанам. Беҙ үҙ төбәгебеҙҙә коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен мотлаҡ файҙаланасаҡбыҙ.
Юрий Нестеров, Ульяновск өлкәһе Чердаклы районы хакимиәте башлығы.
Юрий Сергеевич отметил преимущества АО «ПОЛИЭФ» – единственного производителя терефталевой кислоты и крупного поставщика полиэтилентерефталата в России. Большое впечатление на участника форума произвел процесс очистки воды, который соответствует экологическим стандартам качества.
Юрий Сергеевич Рәсәйҙә терефталь кислотаһы етештереүсе һәм полиэтилентерефталат менән тәьмин итеүсе берҙән-бер «ПОЛИЭФ» йәмғиәтенең өҫтөнлөктәрен билдәләне. Экологик сифат стандарттарына тап килгән һыуҙы таҙартыу процесы форумда ҡатнашыусыға ҙур тәьҫир яһаны.
Белешмә:
«ПОЛИЭФ» йәмғиәте 1985 йылдан алып эшләй. Бында өлкәндәр өсөн экскурсия программалары, шулай уҡ балалар өсөн һөнәри йүнәлеш биреү саралары, химия һәм физика буйынса практик дәрестәр ойошторола. 2023 йылда «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте базаһында беренсе федераль «Сәнәғәт туризмы өлкәһендә экология, тотороҡло үҫеш һәм ябыҡ цикллы иҡтисад буйынса компетенциялар үҙәге»асыла. «Russian Traveler Awards-2025» Милли туристик премияһы еңеүсеһе.
Фото: «Кесе Ватан — Рәсәй көсө» матбуғат хеҙмәте
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ