Конкурста ҡатнашыу өсөн балаларға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы, велосипедсылар һәм шәхси мобиллек саралары менән ҡулланыусылар өсөн һаҡлағыс экипировканы ҡулланыу кәрәклеген күрһәтеүсе кейем кәрәк ине.
4-8 йәш категорияһында Приют ҡасабаһының 35-се «Теремок» балалар баҡсаһынан Алёна Сетова еңеүсе булды. Призлы урындарҙы 36-сы «Ал сәскә» балалар баҡсаһынан Радмила Захарова, Елизавета Нестеркина, Анастасия Эделева, Егина Колян һәм «Айгөл» балалар баҡсаһынан Михаил Макаров алдылар.
9-13 йәшлектәр араһында Мәтәүбаш ауылы мәктәбенән Самира Ғайсина еңеү яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Артём Варейкин, Кира Дашкина, 8-се мәктәптән Анастасия Гордеева һәм Башҡорт гимназия-интернатынан Мария Федотова яуланы.
14-18 йәш категорияһында Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбенән Милена Мәүлитова еңде.
Ойоштороу комитеты шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Аксаков ауылының «Көлһылыу» 38-се балалар баҡсаһы коллективын рәхмәт хаты менән билдәләргә ҡарар итте.
Фотолар Мәғариф идаралығынан