Ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ бер алманың ике яртыһылай – көслө заттар менән гүзәл заттар бер-береһен тулыландырып, бер-береһенең тормошон йәмләп, нурлап йәшәй. Шул уҡ мәлдә улар ике планеталай – тышҡы һәм эске айырмалыҡтары бик күп. Бөгөн шул сифаттарҙы барлайыҡ әле.
Физик кимәлдәге айырмалыҡтар
Төрлө репродуктив системалар.
Ирҙәрҙең һөйәктәре ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы менән сағыштырғанда тығыҙыраҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың янбашы ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда киңерәк.
Уртаса алғанда, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда физик яҡтан күпкә көслөрәк.
Ирҙәр һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ.
Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың муйыны хәрәкәтсәнерәк. Артҡа ҡарарға кәрәк булғанда, ул башын ғына бора. Ир кешегә иһә тотош кәүҙәһен борорға кәрәк. 7. Ирҙәрҙең тиреһе ҡалыныраҡ, шуға уларҙың йыйырсыҡтары артыҡ һиҙелмәй, бик өшөп бармай.
Ир-егеттәрҙең ауырлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан уртаса 15 процентҡа күберәк.
Ир-егеттәрҙең тәненә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙың тәнендә май күберәк. Әммә был гүзәл заттар кәүҙәгә тулыраҡ тигәнде аңлатмай.
Ҡатын-ҡыҙҙар төҫтө, ә ир-егеттәр хәрәкәтте тиҙерәк абайлай.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа еҫ һиҙеү һәләте яҡшыраҡ үҫешкән.
Ирҙәрҙең баш мейеһе ҡабығындағы күреү зонаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда 25 процентҡа күберәк.
Ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙа тромбоциттар концентрацияһы бер аҙ юғарыраҡ, әммә ир-егеттәрҙә улар ҙурыраҡ.
14.Ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың үпкә күләме 30 процентҡа тиерлек кәмерәк.
Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ мейеләре төрлөсә тоташтырылған. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ир-егеттәр мейеһендә бәйләнештәр мейенең бер үк яғының алғы һәм артҡы өлөштәре араһында үтә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа бәйләнештәр икенсе яҡтан мейенең һул һәм уң ярымшарҙары араһында үтә.
Ир-егеттәрҙең мейеһендә һоро, ә ҡатын-ҡыҙҙың мейеһендә аҡ матдә күберәк. Аҡ матдә башлыса нервы сигналдарының тиҙлеген арттыра, һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙҙарға фекерҙәрен ир-егеттәргә ҡарағанда тиҙерәк эшкәртергә мөмкинлек бирә.
Ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психик кимәлдәге айырмаһы
Ҡатын-ҡыҙҙар бер юлы ике эште бергә башҡара, мәҫәлән, телевизор ҡарай һәм һөйләшә ала. Ир-егеттәр тик бер нәмәне генә эшләй. Ғалимдар фекеренсә, баш мейеһенең ике ярымшарының да һөҙөмтәле эшләүе һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙар бындай эшкә һәләтле.
Икенсе кеше менән бер бүлмәлә булған ҡатын 20 минуттан ашыу һөйләшмәйенсә тора алмай. Икенсе ир менән йәнәшә булған ир кеше, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, үҙ эштәре менән шөғөлләнә ала.
Икенсе яртыһының көнләшә башлауын ҡатын-ҡыҙ шунда уҡ һиҙә. Ир кеше иһә быны, тура текст менән әйтмәһәләр, күрмәй.
Тауыш сыҡҡан ваҡытта ир кеше артыҡ өндәшмәй, ә ҡатын-ҡыҙ күберәк үҙ хистәрен белдерә.
Бисәләр бик еңел генә илай башлай һәм быны бер ниндәй ҙә оят эш тип һанамай. Ирҙәрҙе күҙ йәштәренә еткереү күпкә ҡатмарлыраҡ һәм улар яңғыҙ ҡалып күҙ йәштәренә ирек биреүҙе өҫтөн күрә.
Ирҙәр бер үк фекерҙе маҡсатһыҙ ҡабат-ҡабат уйларға яратмай. Улар проблеманы хәл итеп буламы, юҡмы икәнен билдәләй, ләкин шул саҡта уның хаҡында башҡаса уйламай. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар, кемдеңдер һүҙе тураһында ҡабат-ҡабат уйлап, йоҡлай алмай ятырға мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәтен һүҙҙәр менән, ә ир-егеттәр эштәре менән белдерә.
Ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар башҡа кешеләрҙең уй-тойғоларын нығыраҡ һиҙемләй (ғалимдар быны үҙенсәлекле инстинкт тип иҫәпләй).
Ҡатын-ҡыҙҙар тыңлай белә. Ирҙәр - юҡ.
Ғашиҡ булғанда ҡатын-ҡыҙ шул кеше хаҡында көнө-төнө уйлай . Ирҙәр улай түгел, улар шул уҡ мәлдә эш, дуҫтар һәм башҡа нәмәләр хаҡында ла уйлай.
Ҡатын-ҡыҙҙар күпселектә үткәндәр йәки киләсәк менән, ирҙәр иһә бөгөнгө көн менән йәшәй.
Башҡа айырмалыҡтар
* Ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы айырмалыҡтарҙы тикшереү шуны күрһәткән: ир-егеттәр етәксе вазифаларын йышыраҡ биләй һәм уларҙың лидерлыҡ сифаттары күберәк.
* Көслө стресс йә кризис ваҡытында ҡатын - ҡыҙ үҙ тойғоларына таяна, ә ир кеше аҡыллы һәм төплө фекер йөрөтөү ярҙамында эш итә.
* Ирҙәр йыш ҡына юморҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итер өсөн ҡуллана, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе көлкөлө булып күренеүҙән ҡурҡа, шул сәбәпле ир-егеттәрҙең күбеһе, ҡатын-ҡыҙҙарҙа юмор тойғоһо бөтөнләй юҡ, тип уйлай.
Интернеттан