Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2025, 16:00

«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо

Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайы «Иҙел» өлгөлө бейеү ансамбленең өлкән төркөмө (етәксеһе Полина Батыргәрәева) «Беҙ-Башҡортостан ғорурлығы» асыҡ республика халыҡ-патриотик ижад фестиваль-конкурсының II дәрәжә лауреаттары булды.

«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо

Быйыл ул икенсе тапҡыр уҙҙы. Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Конкурс «Беҙ – Башҡортостандың ғорурлығы» тип аталһа ла, быйыл ҡатнашыусылар илдең 14 төбәгенән йыйылды. Һайлап алыу этабына 500-гә яҡын ғариза бирелгән, һәм уларҙың өстән бер өлөшө генә төп һынауҙарға үткән.

Беҙ коллектив етәксеһе Полина Батыргәрәева менән бәйләнешкә индек, ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Уңышлы онлайн-һайлап алыуҙан һуң беҙҙе конкурстың Өфөләге этабына саҡырҙылар. Беҙгә икенсе тапҡыр унда ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Конкурсанттарҙың сығыштары сәнғәт аша күрһәтелгән патриотизм дәресе булып торҙо. Беҙҙең номер «Ел менән» тип атала. Был тарих ҡыҙҙарҙың һөйгәндәрен һуғышҡа оҙатып, ҡайтҡас ҡаршы алыуы тураһында һөйләй. Бейеү МХО зонаһынан улдарын һәм ирҙәрен өмөт һәм ышаныс менән көтөп тороусыларға арналған.

Былтыр ҙа был ярышта  «иҙелселәр» бик шәп сығыш яһаны, улар конкурста Гран-при яуланы. «Әле беҙ икенсе генә булдыҡ, был беҙҙе бер аҙ күңелһеҙләндерҙе. Әммә беҙ быны яңы һынау итеп ҡабул иттек һәм тағы ла тырышыбыраҡ эшләйәсәкбеҙ. Алда беҙҙе яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр көтә, тип ышанабыҙ», – тине Полина Николаевна.

Фотолар ансамбль архивынан

«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
«Иҙел» – Бәләбәйҙең сағыу йондоҙсоғо
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас