Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2025, 14:00

«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!

Бәләбәй районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының «Аҡбуҙат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфөлә үткән «Башҡортостан йондоҙо – 2025» республика конкурстарының береһендә үҙенең юғары оҫталыҡ кимәлен йәнә иҫбатланы.

«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!

Талантлы хореограф Регина Муллайәнова етәкселегендә коллектив фестивалдең Гран-прийын һәм ике I дәрәжә лауреат дипломын яуланы. Был наградалар ансамбль ағзаларының талантын һәм яратҡан эшенә тоғролоғон лайыҡлы таныу ул.

«Аҡбуҙат» конкурсҡа «Подплясочка», «Буду биться» рус халыҡ бейеүҙәрен һәм башҡорт халыҡ бейеүен тәҡдим итте. Ансамблдә ҡатнашыусыларҙың һәр номеры оҫталыҡ һәм эмоциональ сағыулыҡ бер бөтөнгә ҡушылған тырыш эш емеше булып тора. Уларҙың сығыштары жюри ағзаларын энергияһы, берҙәмлеге һәм ысын халыҡ рухы менән яуланы. Бындай уңышҡа команданың яйға һалынған эше, ныҡышмалы күнекмәләр һәм бер-береһенең ярҙамы арҡаһында өлгәшелә.

«Аҡбуҙат» үҙенең ижады менән беҙҙе артабан да ҡыуандырһын һәм райондың һәм республиканың бейеү сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерһен!

Фотолар Үҙәк мәҙәниәт һарайынан

«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
«Аҡбуҙат» үҙенең таланты менән хайран итте!
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас