Видеоклипта йыр Волга буйы федераль округындағы ете милләттең телендә яңғырай.
Башҡарыусылар араһында Башҡортостан артистары бар. Улар – республиканың халыҡ артистары Алёна Завьялова, ZАINETDIN, думбырасы Хәйҙәр Мағаш (Айрат Нәзиров) һәм «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Клипты төшөрөүҙә округтың төрлө төбәктәренән 400-ләп артист ҡатнашҡан.
Видеоны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vkvideo.ru/video-157836162_456239751
Проект президент мәҙәни башланғыстар фонды, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров аппараты һәм «Рәсәй ДНК-һы»проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Продюсеры – Тимур Ведерников.