Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ғинуар , 12:00

Бөгөн яҡташыбыҙ, күренекле композитор Нур Дауытовтың юбилейы

Нур Әсғәт улы Дауытов 1956 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған. Республика музыка интернат-мәктәбен һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Заһир Исмәғилевтың композиция класын тамамлаған.

Бөгөн яҡташыбыҙ, күренекле композитор Нур Дауытовтың юбилейы
Бөгөн яҡташыбыҙ, күренекле композитор Нур Дауытовтың юбилейы

1982—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — Өфө сәнғәт училищеһының инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы.

Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы» һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай.

Бигерәк тә уның күптән түгел ойошторолған Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк, уның өсөн ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу әҫәр ижад итте. Улар коллектив репертуарына ныҡлы инде һәм уның алтын фонды булып тора.

Башҡорт википедияһынан

Автор:
Читайте нас