Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, автомобилселәр ҡышҡы шыуыуға ҡаршы сәнскеле тәгәрмәстәрҙе миҙгелгә ҡарап файҙаланмаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған (июндән августҡа тиклем).
Быйыл яҙ иртә килеүгә ҡарамаҫтан, тәжрибәле водителдәр тәгәрмәстәрен алыштырырға ашыҡмай.
☀«Көндөҙ йылы, ә иртәләрен юл тайғаҡ. Эйе, резина ҡиммәт, шулай ҙа иң яҡшыһы резинаны түгел, ғүмереңде һаҡлау, – тип кәңәш итә тәжрибәле водитель, Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Урал Ғибәҙуллин. – Ҡасан тәгәрмәс алыштырырға тигән мәсьәләлә һауа торошон иҫәптә тоторға кәрәк. Иң мөһиме – уртаса тәүлек һауа температураһын. Әгәр ул +5 - +7°C тотороҡло торһа, ҡышҡы резинаны йәйгеһенә алыштыру тураһында уйларға ваҡыт».
Светлана Шириня әҙерләне.